Баш бит
|
| |||||||||||||
Көн рәсемеКарл Андреевич Фишер (1859 — 1923 йылдан һуң, Мәскәү) — билдәле фотограф, Пруссия подданныйы; Мәскәүҙәге «К.Фишер, бывшая Дьяговченко» тип аталған иң эре фотография төшөрөү оҫтаханалары хужаһы. Мәскәү сәнғәт яратыусылар йәмғиәте ағзаһы (1893), Рәсәй фотографик йәмғиәтен ойоштороусыларының береһе һәм уның ағзаһы (1894), Рус нәшер эше эшмәкәрҙәре йәмғиәтенең Мәскәү бүлексәһе советы ағзаһы (1905—1908). Һөнәри нигеҙҙә фотограф эшмәкәрлеген Карл Фишер 1878 йылда Ырымбурҙа башлай. 1889 «И. Дьяговченко Һарай фотографияһы дауамсыһы» булып китә. Был эш уға мәрхүм булған Дьяговченконың ҡатыны Матрёна Яковлевнанан күсә. Күпмелер ваҡыттан оҫтахана «Фотография К. А. Фишера, бывшая И. Дьяговченко» тип атала башлай, күрһәң К. Фишер ательены бөтөнләй һатып алғандыр. 1892 йылдан «император театрҙары фотографы» булып китә, ижад оҫталығы артабанғы үҫеш алыуы ике тиҫтә йыл дауам итә. 1894 йылда Мәскәүҙә Рәсәй фотографик йәмғиәтенә (РФЙ) нигеҙ һалына. К. Фишер ойоштороусыларҙың береһе була, ә һуңғараҡ рәйесе (1898—1907) итеп һайлана, РФЙ-нең почетлы ағзаһы исеменә лайыҡ була (1907). Октябрь революцияһынан һуң К.А. Фишер эшләүен дауам итә, тик ателье ябыла. Һуңғы тапҡыр Карл Андреевич тураһында 1923 йылда телгә алынған, шул йылы ул бөйөк драматургтың һәйкәл проекты өсөн Рәсәй скульпторы Голубкина Анна Семеновнаға А. Н. Островскийҙың үҙендә һаҡланған фотоларын биргән. К. Фишерҙың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Шуларҙы беләһегеҙме?
Һуңғы сифатлы мәҡәлә: Тойғонов Риф Ғәлим улы. Һуңғы һайланған портал: Башҡортостан ауылдары. Сифатлы мәҡәләләр (17) | Исемлектәр һәм порталдар (1, 1) | Үҙгәртеү |
Батша ҡыңғырау — XVIII быуат рус ҡойоу сәнғәте һәйкәле. Ҡыңғырауҙың бейеклеге беркеткесе менән бергә — 6,24 м, диаметры — 6,6 м; ауырлығы — 202 тонна. Тәғәйенләнеше буйынса бер тапҡыр ҙа файҙаланылмаған. Ҡыңғырауҙы императрица Анна Иоанновна бойороғо буйынса нәҫеленә батшалыҡ иткәне тураһында иҫтәлек ҡалдырыу өсөн 1730 йылда ҡойғандар. Ҡыңғырау 1737 йылда Троицк янғыны ваҡытында зыянланған һәм быуат самаһы ерҙә ятҡан. XIX быуаттың беренсе яртыһында уны Мәскәү Кремлендәге Бөйөк Иван ҡыңғырау манараһы янында постаментҡа мендереп ҡуйғандар. Беҙгә билдәле «Батша ҡыңғырау»ҙың бер нисә элгәре булған. Беренсеһен, Годунов ҡыңғырауын, 1599 йылда ҡойғандар. Ул Кремлдең Иван майҙанында торған. Ҡыңғырау үҙенең матурлығы һәм ҙурлығы менән урындағы халыҡты һәм башҡа илдәрҙән килгән сәйәхәтселәрҙе хайран ҡалдырған. Уның ауырлығы — 33,6 тонна. Ҡыңғырау 50 йыл хеҙмәт итә, әммә Мәскәүҙәге көслө янғын ваҡытында ярыла. 1651 йылда 130 тонналыҡ ҡыңғырау ҡойоу тураһында һүҙ алып барыла. Батша Алексей Михайлович был эште Ганс Фалькка ҡушырға теләй, әммә Фальк яңы ҡыңғырау өсөн ватыҡ ҡыңғырауҙың баҡырын файҙаланыуҙан баш тарта һәм яңы ҡыңғырауҙы эшләр өсөн биш йыл ваҡыт һорай. Мәскәү оҫталары — Данила Матвеев, уның улы Емельян Матвеев, ярҙамсылары Кирилл Самойлов, Василий Борисов һәм Семен Симонов — ҡыңғырауҙы иҫке баҡырҙан бер йыл эсендә ҡойорға әҙер булыуҙарын әйтә. 1654 йылда ҡыңғырауҙы иҫке ҡыңғырау металын файҙаланып ҡоялар, һәм ул шул уҡ йылдың декабрь айында манаранан был ҡыңғырауҙы ҡағалар, уның саң тауышы 7,5 километрға тиклем таралған. ↪ д а у а м ы… |